Ғүмәр Хәйәмдән. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ғүмәр Хәйәмдән


Ғүмәр Хәйәм минең өсөн тәү сиратта - хажи. Шуның
өсөн робағыйҙарын да ошо күҙлектән уҡыйым, ҡабул итәм.
"Шарап шағиры" була алмаған ул.
Был яҙмаларымды тәржемә тип әйтә алмайым.
Бары тик робағыйҙарының тел төбөн ошолай аңлайым.


Аллаһыҙ тиһеңме мине? Әйтәһең көфөр хәбәр,
Топ-тоғро минең иманым һуңғы сәғәткә ҡәҙәр.
Мине лә иманһыҙ тиһәң, шундай һөҙөмтә көт һин –
Бар донъяны урап сығып, тапмаҫһың бүтән мөьмин.


Хәйәм донъя ҡыуыусыны аңламай, тиҙәр,
Өҙлөкһөҙ китап уҡыуҙан айнымай, тиҙәр,
Кем нимәгә өлгәшә һуң – аңла нығыраҡ,
Бер Аллаһ ҡына беләлер – кем айнығыраҡ.
Ғилемленең тишек тиндәй юҡтыр ҡәҙере,
Наҙандарҙан йырағыраҡ торһон ҡәберең.
Шуға донъяны онотоп, уҡыйым китап,
Ҡалдырам килер быуынға бер көйлө хитап.
Сереп байып бөтһәң дә һин – шуны онотма,
Ғүмерең ахыры оҙонаймаҫ хатта минутҡа.
Китап (Ҡөрьән) һүҙен аңламайса йәшәүең етер,
Бәлки йәнең иртәгә үк баҡыйға китер.


Бер ҡулға беҙ шарап тотоп һыйланабыҙ,
Икенсегә Ҡөрьән тотоп ҡыйланабыҙ,
Бер Аллаға, бер иблискә сәждә ҡылып,
Нәфсебеҙҙе тыя белмәҫ диуанабыҙ.


Диңгеҙ һыуы янһа-яныр –
беҙ ҡәнәғәт тапмабыҙ,
Бәхет һауыттары булһа,
ватмайынса ҡайтмабыҙ.
Тулы һауыт һоналармы?
алма, барыбер түгерһең,
Барға ҡәнәғәт булмаҫһың,
ә юғына түҙерһең.


Хеҙмәтеңә юҡмы хөрмәт?
Уйлама быны – онот.
Тормошоң торғаны төрмә?
Уйлама быны – онот.
Тәҡдир дәфтәрен асҡан ел
Йәлләп үткәндер, бәлки,
Шунан да бәхетһеҙ битен
Асмай киткәндер бәлки.


Бәхәсләшә күрмә, зинһар, яуыз хакимдар менән,
Улар үҙен бәндәләрҙән юғары күрә гелән.
Ишәк түгеллегең һиҙһә, эсер улар ҡаныңды,
Иманһыҙ, кафыр, тип, илгә таратырҙар даныңды.


Һәр саҡ ғилемгә тартылдым, бик күпте белдем һымаҡ,
Донъяның серханаһына асылып торҙо йоҙаҡ.
Етмеш ике йыл буйына көн-төн уйлап төшөндөм,
Шыр наҙанмын икән дәһә, донъя ул – сикһеҙ йомаҡ.


Кем сәскән һөйөү гөлдәрен йөрәге яраһына,
Үтмәгән бындай сабырҙың ғүмере зая ғына!
Зая түгел – Аллаһыны йөрәге менән тойған
Һәм фанилыҡ шәрбәтен дә кәсәгә тулы ҡойған.


Меҫкен йәнем әрнегәндә еңеләйт хәлдәремде.
Йәшер, Раббым, яуыз күҙҙән гонаһлы мәлдәремде.
Сәғәҙәтле булайымсы бөгөн – бер аҙға ғына.
Иртәгә миһырбан һорап баҫырмын алдарыңа.


Ташланған туп әйтә алмай “Ярай” ҙа “юҡ” та тиеп,
Уйнаусы ҡайҙа ташлаһа тик шунда барып тейер.
Беҙҙе лә, һорап тормайса, ташлайҙар был донъяға,
Тәҡдирендән ысҡындырмай,көн артынан көн аға.


Тормош – ул сәхнә, беҙ шунда – ҡурсаҡ,
Уйнап бөтөрбөҙ беҙ унда бер саҡ
Тормош пьесаһын.
Һәм алдыбыҙҙа
Асырҙар һандыҡ – осорбоҙ шунда.


Хәсрәт бирә тора яҙмыш – тәҡдирең юҡ алмаҫҡа,
Ҡайғыларын өҫтәй тора бәләләргә алмашҡа.
Бәхетлеләр - был донъяға килгәндәр әҙгә генә,
Ә килеп тә тормағандар – бәхетлеләр мәңгегә.


Хөрәфәттәргә ышандым, табындым тик поттарға,
Тик ялған инаныстарым һалды мине уттарға.
Йыр-шиғыр тип хыялланып исемде һаттым инде.
Шарап һалған һай кәсәгә,хур булып, баттым инде.


Дошмандарым минең хаҡта фәйләсуф тиҙәр,
Әйткәндәре әммә тормай тишек тин ҡәҙәр.
Улар уйлағандан күпкә мин түбәнерәк,
Аңламайым, сөнки, ниңә мин ерҙә кәрәк.


Тормош нимә? Ул – йәрминкә…
Унда дуҫтар күҙләмә.
Тормош нимә? Ул – һыҙланыу…
Унан дарыу эҙләмә.
Ихлас йылмай бәндәләргә,
Һис кенә лә үҙгәрмә,
Тик кешегә өмөт тотма –
Йылмайыуын эҙләмә.


Бер китербеҙ. Ә донъяға –
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.
Эҙ ҙә ҡалмаҫ. Ә донъяға –
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.
Был донъялар балҡып торған
Беҙ булғансы уҡ бит.
Юғалырбыҙ. Ә ул балҡыр –
Беҙ бар ни ҙә юҡ ни.


Их, Ғазраил юлға сыҡмаҫ элек
Килһен ине изге фәрештә,
Ғәмәл дәфтәремдә төҙәткеләп
Һалып ҡуйһын ине ғәрешкә.


Беҙҙе беҙ була алмаған
Батыра һүҙгә,
Беҙҙән артыҡ кешеләрҙең
Эше юҡ беҙҙә


Кеше булып йәшәүҙәрҙең хаҡы төшмәй һис ҡасан,
Ике ҡағиҙәне , дуҫҡай, онота күрмә аслан,
Хәләл мал тап, хәрәм ашҡа үрелә күрмә астан,
Яңғыҙ булһаң да сабыр ит, йүнһеҙгә ишек асма.


Ғүмерлеккә ҡалды иҫтә аҡһаҡал әйткән һүҙҙәр:
Матур була алмай, улым, йәше сыҡмаған күҙҙәр,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәгәндең бәғере таштай ҡатыр,
Игелекле, саф йөрәкле - бына шул булыр матур!


Һатылмыш был донъя тиеп
Нәфрәтләнеп ятабыҙ:
Көйәбеҙ ҙә - һатылабыҙ,
Көйәбеҙ ҙә - һатабыҙ


Теләктәрҙән беҙҙең яҙмыш көслө,
Ҡайсаҡ еле йыға һуғыр төҫлө,
Ризамын мин ҡара икмәккә лә,
Осрамаһын бары ҡара эсле


Көрәшмәгән еңеүҙәргә килер микән,
Илай белмәй ихлас көлә белер микән,
Әсе ҡапмай бал шәрбәтен һиҙер микән,
Үлем күргән йәшәүенән биҙер микән?!



Кем төшөнгән тормош асылына
Ул ашыҡмай: һәр мәл - аҫыл ғына,
Сабый күҙе, аҡһаҡалдар йөҙө,
Ер, һыу, һауа, хатта ташы ғына.


Ҡыҙыл телең теш артында торһа ғына
Зыян һалмай ҡала ала хужаһына,
Бәп-бәләкәй генә бит ул тел, тимәгеҙ,
Күпмеләрҙе онтап һалған тел тирмәне.


2012